Иҡтисади Башҡортостан - 12.09.2024

Бөгөн республикала мөһим сәйәси сара – Республика Башлығы вазифаһына инеү буйынса инаугурация булды.
  • Иҡтисади Башҡортостан - 12.09.2024
Радий Хәбиров Конституцияла билдәләнгән мотлаҡ талаптарҙың береһен үтәп тантаналы ант бирҙе.
Радий Хәбиров үҙ сығышында республика алдында алдағы 5 йыллыҡта торған бурыстарҙы билдәләп, үҫеш стратегияһы менән дә таныштырҙы. Рәсәй алдында торған ҡатмарлы иҡтисади һәм сәйәси шарттарҙа алдағы йылдар еңелдән булмаясағын Радий Фәрит улы һайлау тамамланған көндә үк әйткәйне. Ошоно иҫәпкә алғанда бөгөнгө сығышын төбәк етәксеһе алтын тауҙар вәғәҙәләүгә түгел, ә аныҡ бурыстар билдәләүгә ҡорҙо.
Хөкүмәт алдында 2030 йылға тиклем Төбәк тулайым продуктын 3,5 -4 триллионға тиклем еткереү бурысын ҡуйҙы. Сәнәғәт йыл һайын кәм тигәндә 5 процентҡа үҫеш күрһәтергә тейеш, инвестициялар 5 йылдан ике тапҡырға артып 1 триллион 250 миллионғаса етергә тейеш. Торлаҡ төҙөлөшө йылына 4 миллион квадрат метр булыуы шарт. Юл төҙөлөшөнә бәйле лә байтаҡ бурыстар йөкмәтелде.
Радий Хәбиров командаһы алдында алдағы 5 йылда торған бурыстар, төбәктең иҡтисади потенциалы һәм уны үҫтереү мөмкинлектәрен беҙҙең даими экспертыбыҙ, иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Ғәбитов менән анализлайбыҙ.